Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Февраль 2020, 09:00

Тарихи-мәҙәни үҙәктәр төҙөләсәк

Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урында тарихи-мәҙәни үҙәктәр төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урында тарихи-мәҙәни үҙәктәр төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында, Ханти-Манси автономиялы округында барлыҡҡа киләсәк. Улар Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары исемлегенә инәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығына 2020 йылдың 1 февраленән башлап, йыл һайын тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә 15,4 миллион һум аҡса бүлеп биреү йөкмәтелде.

Былар барыһы ла “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: kulturarb.ru

Читайте нас: