Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Февраль 2020, 09:00

Экспортты үҫтерәбеҙ

Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан турбодвигателдәр һәм газ турбиналарын ситкә һатыу буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләне. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан турбодвигателдәр һәм газ турбиналарын ситкә һатыу буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләне, тип яҙа ЙӘШЛЕК.
Карбонат, поливинилхлорид һатыу буйынса ла алда торабыҙ. Өҫтәүенә, республика - Рәсәйҙә "Агидол" фенол антиоксиданты һәм терефталь кислота етештереүсе берҙән-бер төбәк.
Тағы шуныһы: руда булмаған минераль сеймалды ситкә ебәреү күләме былтыр 66,3 процентҡа артҡан. Руда һатыу 3,2 тапҡырға артҡан.
Металл һәм металл изделиеларын экспортлау күләме лә үҫкән. Шулай уҡ үҫеш фармацевтика продукцияһы, косметика һатыуға ла тура килә. Ҡыҫҡаһы, күп өлкәлә экспортлау күләменең артыуын күрәбеҙ.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙарын ситкә һатыу, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 2,3 процентҡа артҡан һәм ике миллиард һумдан ашҡан.
Рәсәйҙә иһә бындай күрһәткес үҫеше бик түбән, ә беҙҙең Волга буйы федераль округында хатта төшкән дә.
Фото: Правительство.рф. сайтынан
Читайте нас: