Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Февраль 2020, 09:00

Белорет эшҡыуары сифатлы ит етештерергә ниәтләй

Белорет районы хакимиәтендә лә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын булып тора. Сираттағы кәңәшмәнең тәүге өлөшөндә быға ҡәҙәр ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде, оҙайлы эштәр буйынса яңы контроль сроктар билдәләнде. Төп өлөштә “Сусҡа аҫрау комплексы” инвестиция проекты ҡаралды.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Рәсәй Президентының башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен арттырырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергән йүнселдәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Белорет районы хакимиәтендә лә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын булып тора. Сираттағы кәңәшмәнең тәүге өлөшөндә быға ҡәҙәр ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде, оҙайлы эштәр буйынса яңы контроль сроктар билдәләнде. Төп өлөштә “Сусҡа аҫрау комплексы” инвестиция проекты ҡаралды.
Проект инициаторы донъя фәненең, технологияһының, техникаһының һуңғы ҡаҙаныштарын ҡулланып, Белорет районы биләмәһендә йылына 10 мең баш сусҡа аҫрауға иҫәпләнгән заманса комплекс булдырырға иҫәп тота. Инвесторҙың төп маҡсаты – белореттарҙың ғына түгел, республика ҡулланыусыларының да ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек юғары сифатлы сусҡа ите етештереү.
Хакимиәт башлығы Владислав Миронов проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Яуаплы ведомстволарға инвесторға төрлө яҡлап ярҙам итергә, дәүләт программалары тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итергә, сусҡа комплексын район биләмәһендә урынлаштырыу варианттарын барларға ҡушты. Инвесторға бизнес-план төҙөргә һәм проектты күҙ алдына баҫтырырлыҡ макет әҙерләргә кәңәш бирелде.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: