Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
15 Февраль 2020, 09:00

2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк

2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Программаны ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек сиктәрендә муниципалитеттар өсөн берҙәм смета өлгөһө әҙерләнгән. Ул 1 марттан конкурс процедураларын башларға форсат бирәсәк. Подрядсы ойошмалар иһә үҙ эшен 1 майҙа башлай аласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Программаны ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек сиктәрендә муниципалитеттар өсөн берҙәм смета өлгөһө әҙерләнгән. Ул 1 марттан конкурс процедураларын башларға форсат бирәсәк. Подрядсы ойошмалар иһә үҙ эшен 1 майҙа башлай аласаҡ.
2020 йылда йәмғеһе 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Атап әйткәндә, 2600 эскәмйә, 2000 сүп-сар һауыты, 2000-дән ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары, 573 видеокамера урынлаштырыу, 170 контейнер майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана. Эштәр тамамланғас, бөтә төҙөкләндерелгән биләмәләр муниципаль берәмек ҡарамағына күсерелә.
Радий Хәбиров, дизайн-проекттар һәр кем өсөн асыҡ, билдәле булырға тейеш, тип белдерҙе.
– Кешеләр төҙөкләндереүҙән һуң уларҙың ихаталары ниндәй буласағын алдан белергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – 1 мартта бөтә муниципаль берәмектәр ҙә конкурс иғлан итергә тейеш. Әгәр ҙә 1 майға эштәр башланмай икән, алдан уҡ хәбәр итегеҙ, сәбәптәрен асыҡлағыҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән тауарҙарға өҫтөнлөк бирергә ҡушты.
Читайте нас: