Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Февраль 2020, 09:55

"Эрвел" картуфын колорадо ҡуңыҙы ашамаҫ

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары бәрәңгенең ҙур уңыш бирә торған сорттарын уйлап тапты. Уларға «Эрвел», «Агата» НС», «Ирәндек» тип исем биргәндәр. Яңы сорттар Волга буйы федераль округы климатына яраҡлаштырылған һәм төрлө ауырыуҙарға бирешмәүе менән айырылып тора.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары бәрәңгенең ҙур уңыш бирә торған сорттарын уйлап тапты. Уларға «Эрвел», «Агата» НС», «Ирәндек» тип исем биргәндәр. Яңы сорттар Волга буйы федераль округы климатына яраҡлаштырылған һәм төрлө ауырыуҙарға бирешмәүе менән айырылып тора. «Эрвел» сортының тамыр системаһы ҡеүәтле, шуға күрә уға ҡоролоҡ һәм ҡоротҡостар хәүеф янамай. «Агата НС» менән «Ирәндек» сорттары крахмалға һәм С витаминына бай булыуы менән айырыла. «Агата»ның уңдырышлылығы гектарынан 20 тоннаға тиклем етә.

Университеттың баш фәнни хеҙмәткәре Денис Андрианов әйтеүенсә, был сорттар йылылыҡ эшкәртеүенән һуң да үҙҙәренең тәүге үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡала. Улар сит ил орлоҡтарынан 12 процентҡа осһоҙораҡ. Был импортты алмаштырыуҙы һиҙелерлек арттырырға һәм бәрәңгенең яҡшы сорттарының орлоғон етештереүҙе йыл һайын 30 мең данаға еткерергә мөмкинлек бирәсәк.

Әле “Эрвел” сорты патент алырға әҙерләнә, ә “Агата НС” менән “Ирәндек”те селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индереү өсөн эш алып барыла. Бөгөн аграр университет ғалимдарының тағы дүрт бәрәңге сорты дәүләт сорт һанауҙарын үтә.

Әйткәндәй, был асыштар Рәсәй Федерацияһының "Фән" милли проектына ярашлы алып барыла. Проект фәнде, етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Читайте нас: