Миҫал өсөн, ҡатмарлы инсульт кисергән пациенттың башында артериовеноз мальформация тапҡандар. Яңы эрго-концепциялы операция микроскопы ярҙамында табип нейрохирург Рөстәм Шакиров пациентҡа ҡатмарлы операция яһаған һәм артериовеноз мальформацияны алып ташлаған. Юҡһа, 2х2х1,5 сантиметр ҙурлығындағы патологик күренеш пациентты инвалид итеүе йә иһә ғүмерен өҙөүе ихтимал булған. Әлеге ваҡытта пациент үҙен яҡшы тоя, тиҙҙән ул ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтасаҡ.