Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Февраль 2020, 09:00

Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһе тиҙҙән бик матурланасаҡ

Былтыр Өфөлә реновация программаһын башлайбыҙ, тип хәбәр ителгәйне. Иҫке йорттар урынына яңыларын һалыу, йәғни. Беҙ Мәскәүҙән кәм түгел. Тик ундағы һымаҡ 4 - 5 ҡатлы "хрущевка"ларҙы һүтеүен һүтә алмаҫбыҙ, ә емерек хәлгә еткән барактарҙан ҡотолорға күптән ваҡыт.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Былтыр Өфөлә реновация программаһын башлайбыҙ, тип хәбәр ителгәйне. Иҫке йорттар урынына яңыларын һалыу, йәғни. Беҙ Мәскәүҙән кәм түгел. Тик ундағы һымаҡ 4 - 5 ҡатлы "хрущевка"ларҙы һүтеүен һүтә алмаҫбыҙ, ә емерек хәлгә еткән барактарҙан ҡотолорға күптән ваҡыт, тип хәбәр итә ЙӘШЛЕК.
Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһе тиҙҙән бик матурланасаҡ. Ошо арала Кремль, Ҡулса, Черниковка, Коммунарҙар урамдары биләмәһендәге кварталды планлаштырыу проекты буйынса фекер алышыуҙар башлана.
Унда 1940 - 50 йылдарҙа төҙөлгән ике ҡатлы иҫке йорттар урынлашҡан. Инвестор "Маштехресурсы" йәмғиәте 17 мең квадрат метр иҫке торлаҡты һүтеп, урынына 16 - 25 ҡатлы бейек йорттар һалмаҡсы. Уларҙа 5000-гә яҡын кеше йәшәй аласаҡ.
Реновация проекты Затонда ла ғәмәлгә ашырылыуы күҙаллана. Төҙөүсе бер юлы социаль объекттар мәсьәләһен дә хәл итәсәк.
Баш ҡалалағы бындай төҙөлөштәр илдә иғлан ителгән һәм ғәмәлгә ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты маҡсаттарына ирешеүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: