Кремлдә лә осрашыуҙың булыуы тураһында белдерҙеләр, тик уның аныҡ датаһын әлегә әйтмәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта эш төркөмө рәйестәше сенатор Андей Клишас билдәләүенсә, эш әлегә тамамланыуҙан йыраҡ.
“Төркөмгә февраль аҙағына тиклем эшен дауам итергә тура килер, тип уйлайым. Беҙ Президентҡа ла ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итергә, Дәүләт Думаһының да пландарын белешергә тейешбеҙ”, – тине ул.