Өфө районының Миловка паркы ҡасабаһында мәктәп төҙөлә. Ул республикала иң ҙур мәктәптәрҙең береһе буласаҡ. Уҡыусыларҙың сәләмәтлеген даими тикшереп тороу өсөн бында дауалау бүлмәләренән торған медицина бүлеге лә ҡаралған. Заманса мәктәп һәр кемде йәлеп итер тип ышанабыҙ.