Уны видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.
Башҡортостанда 2019 йылда 2,37 млн кв.м торлаҡ сафҡа индерелә. Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары республика программаһы үҫешә, уның сиктәрендә 2014 йылдан алып 2 меңгә яҡын ғаилә кредит алған.
Былтыр республикала 185 йәмәғәт биләмәһе – парк, сквер, ял урындары төҙөкләндерелә. Быйыл планға ярашлы тағы ла 91 биләмәне тәртипкә килтереү күҙаллана.