Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Февраль 2020, 09:05

2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эшләйәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышы үтте. Ултырышты БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы. Ултырышта ауылда уҡытыусыларҙың етешмәүе тураһында һүҙ барҙы. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ауылдарға, ҡасабаларға йәки халҡы 50 меңгә тиклемге ҡалаларға эшкә килеүсе уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре хаҡында һөйләне.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышы үтте. Ултырышты БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы.
Ултырышта ауылда уҡытыусыларҙың етешмәүе тураһында һүҙ барҙы. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ауылдарға, ҡасабаларға йәки халҡы 50 меңгә тиклемге ҡалаларға эшкә килеүсе уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре хаҡында һөйләне.
- Әлеге ваҡытта ауылда башланғыс класс уҡытыусылары, математиктар, химия, биология, сит тел уҡытыусылары етешмәй, - тине министр. - 2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эшләйәсәк. Уға ярашлы ауыл уҡытыусыһына бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре биреү күҙ уңында тотола.
Шулай уҡ “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала ауыл уҡытыусылары өсөн гранттар программаһы ла эшләй. Был программалар, бәлки, ауылдарға уҡытыусыларҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирер.
Читайте нас: