Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Февраль 2020, 09:00

Быйыл Башҡортостан халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк

Беҙҙең республикала "Экология" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, "Таҙа һыу" программаһы эшләй.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Беҙҙең республикала "Экология" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, "Таҙа һыу" программаһы эшләй.
Сифатлы эсәр һыу тураһында дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә БР хөкүмәте вице-премьеры - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне, тип хәбәр итә ЙӘШЛЕК.
Республика адреслы инвестиция программаһы (РАИП) буйынса һыу менән тьәмин итеүсе өс объект проектланасаҡ. Улар Борайҙа һәм Асҡында буласаҡ. Туймазы, Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Мишкә, Өфө, Хәйбулла һ.б. райондарҙа программа буйынса барлығы 18 объект төҙөләсәк.
"Таҙа һыу" программаһына 19 районда 50 тораҡ пункт индерелгән. 2024 йылға тиклем был маҡсатта 4,25 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған. Һыу сифатын яҡшыртыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙан һуң, ҡала халҡының - 99, дөйөм республика халҡының 92,5 проценты сифатлы һыу ғына эсәсәк.
- Һыу - беҙҙең иң төп мәсьәлә, хатта газдан да мөһим. Сифатлы һыуы булмаған төбәктәр етерлек, шуға ла федераль үҙәк менән әүҙемерәк эш итергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.
Читайте нас: