Был ярҙам 26 фермер хужалығында малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә йүнәлтелде.
Ишембай районының Скворчиха ауылында Александр Приваловтың крәҫтиән-фермер хужалығы 27 миллион һум грантҡа эйә булды. Хәҙер унда һөтсөлөк-тауар фермаһы асылған.
Бында ете кеше эшләй. Фермала голштин тоҡомло ҡара-сыбар 106 һыйыр аҫрайҙар. Бында тәүлегенә 200 литрға яҡын һөт һауып алына, тип хәбәр итәләр РБ Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яҙға бында яңы быҙау аҙбары төҙөргә ниәтләйҙәр, сөнки һауым һыйырҙарын 400 башҡа еткерергә уйлайҙар.
Республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының әүҙемләшеүе ауылда эш булдырыуға ла ярҙам итә.