Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
3 Февраль 2020, 09:20

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға туғыҙ миллиард һум йүнәлтеләсәк

Был сумманың ҙур ғына өлөшө Өфө тирәһендәге проекттар өсөн бүленәсәк.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Мәҫәлән, баш ҡалаға көньяҡлап инеү юлын төҙөргә кәрәк. Воровский урамы киҫелешенән Ағиҙел аша күпер һалыуҙы дауам итәбеҙ. Шулай уҡ быйыл Пугачев урамын реконструкциялау буйынса проектлауҙы тамамлап, ошо урам һәм Салауат Юлаев проспекты юлы сатында эштәр башларға тейешбеҙ.
Тағы ла планда - Интернациональ урамынан Ағиҙел аша яңы күпер һалыу. Шаҡша менән Затон күперҙәрен иһә капиталь ремонтҡа ябыу.
Алдағы ике йылда Комсомол һәм 8 Март урамдарында ҙур эштәр көтөлә. Һөҙөмтәлә 2021 йыл аҙағына Октябрь проспекты кеүек киң юл барлыҡҡа килергә тейеш.
Инорста Лесунов урамын төҙөү күҙаллана. Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы сатында юл үткәргес һалыу ҙа маҡсат итеп ҡуйылған. Нуғай ҡасабаһы яғына тимер юл аша юл төҙөү бурысы ла бар.
Фото: zen.yandex.by
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: