Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Февраль 2020, 09:00

Дәүләкәндә «Демография» милли проекты буйынса ике балалар баҡсаһы төҙөлә

Яңы мәктәпкәсә учреждениелар Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарында барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш өсөн СУ-3 һәм ГНС микрорайондары юҡҡа ғына һайланмаған. Бөгөн уларҙа халыҡ күп йәшәй, балалары булған йәш ғаиләләр бихисап.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Яңы мәктәпкәсә учреждениелар Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарында барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш өсөн СУ-3 һәм ГНС микрорайондары юҡҡа ғына һайланмаған. Бөгөн уларҙа халыҡ күп йәшәй, балалары булған йәш ғаиләләр бихисап, тип хәбәр итә БАЛҠАНТАУ ГӘЗИТЕ.
Балалар баҡсаларының икеһен дә төҙөү бер нисә йыл элек планлаштырылған булһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелә килде. Проект-смета документацияһы әҙерләү, дәүләт экспертизаһы үткәреү, төҙөлөшкә финанс ярҙамы алыу күп ваҡыт талап итте. Объекттар «Демография» милли проекты сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Эш барышын район хакимиәте күҙәтеү аҫтында тота.
Мәскәү урамында балалар баҡсаһы төҙөү үткән йылдың йәйендә башланғайны. Хәҙерге ваҡытта бында стена күтәрелгән, икенсе ҡаты төҙөлә, тиҙҙән подряд ойошмаһы ҡыйыҡты яба башлаясаҡ, унан инде бина эсендә биҙәкләү эштәренә тотонасаҡ. Объект 2020 йыл аҙағында – 2021 йыл баштарында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Мәктәпкәсә учреждение 110 урынға иҫәпләнгән. Ул заманса талаптарға тулыһынса яуап бирәсәк: автоматлаштырылған ҡаҙанлыҡ, аҙыҡ-түлекте күтәргес, лифт эшләйәсәк, балалар менән шөғөлләнеү өсөн иркен бүлмәләр ҡаралған.
Көнбайыш урамында төҙөлгән балалар баҡсаһы ла ошондай уҡ буласаҡ. Был объекттың төҙөлөп бөтөүен ГНС микрорайонында йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки халыҡ күпләп йәшәгән микрорайонда мәктәпкәсә учреждение бөтөнләй юҡ ине. Ата-әсәләр сабыйҙарын Кирбес заводы микрорайонында урынлашҡан балалар баҡсаларына йөрөтөргә мәжбүр. Тиҙҙән уларҙың проблемаһы хәл ителәсәк.
Объект 2021 йыл аҙағына - 2022 йыл башына файҙаланыуға тапшырылар тип көтөлә. Йылытыу, һыу, электр менән тәьмин итеү өсөн тоташтырыу юлдары ҡаралған, ҡаҙанлыҡ, балалар өсөн бүлмәләр билдәләнгән, буласаҡ бина өсөн фундамент эшләнгән, тиҙҙән стена күтәрелә башлаясаҡ. Эш өсөн кәрәкле материалдар ҡайтарылған.
Был балалар баҡсаһы ҡалала иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ. Унда 130 сабый йөрөй ала.
Читайте нас: