Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Ғинуар 2020, 11:04

Башҡортостан предприятиелары Берлинда «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты

7-26 ғинуарҙа Берлинда 85-се «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләне. Форумда Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге рәсми делегацияһы ҡатнашты.

7-26 ғинуарҙа Берлинда 85-се «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләне. Форумда Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге рәсми делегацияһы ҡатнашты. Халыҡ-ара күргәҙмәлә төрлө илдәр менән ауыл хеҙмәттәшлек итеү килешеүҙәре төҙөлдө. Әйтәйек, Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.
Башҡортостан Рәсәй экспозицияһы составында үҙенең иң яҡшы аҙыҡ-түлеген күрһәтте. Коллектив стендта «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты һәм республиканың 12 предприятиеһы ҡатнашты.
«Йәшел аҙналыҡ» — уникаль халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ күргәҙмәһе. Сара Башҡортостан предприятиеларына продукцияны алға ебәреү өсөн төбәк, сит ил партнерҙары менән бәйләнеш булдырыу һәм «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү майҙансығы ул. Тотош донъяла аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештереүселәр ошо күргәҙмәне һатыу баҙары һәм һынау, шулай уҡ имиджды нығытыу өсөн файҙалана.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин

Читайте нас: