Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Ғинуар 2020, 11:10

Ғүмер бүләк ит

Башҡортостанда тыуымды арттырыу һәм аборттар һанын кәметеү буйынса “Ғүмер бүләк ит” тип программа эшләй башланы, ул 2020 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.

Башҡортостанда тыуымды арттырыу һәм аборттар һанын кәметеү буйынса “Ғүмер бүләк ит” тип программа эшләй башланы, ул 2020 – 2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Төбәктәге Һаулыҡ һаҡлау, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ Башҡортостан бюджетынан алынған аҡсаға ҡатын-ҡыҙ консультацияларында, ауыр хәлгә тарыған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү үҙәктәрендә медицина-социаль кабинеттарын ойошторасаҡ, социаль хеҙмәттәр күрһәтәсәк, өҫтәүенә call-үҙәктәр эшләйәсәк, йөклөлөктө һаҡлап ҡалыу тураһындағы тапшырыуҙар циклы һәм социаль роликтар әҙерләнеп күрһәтеләсәк.
“Ҡатындарҙың 75 процентына аборт тураһында ҡарар ҡабул итергә эске күңел кисерештәре мәжбүр итә. Тик ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына тормош хәле сабый тыуыу менән бәйле киҫкенгә әйләнә. Тап ошондай мәлдәрҙә квалификациялы белгестең ярҙамы мотлаҡ кәрәк”, – тиелә “Ғүмер бүләк ит” проекты программаһында.
Йыл һайын ошо программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 5-шәр миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо аҡса шулай уҡ табип-гинекологтарға премия булараҡ бүленәсәк. Ҡатынды аборттан баш тартырға өгөтләй алған һәр осраҡ өсөн табип-гинекологҡа 5 мең һум аҡса түләнәсәк.
Документта яҙылыуынса, яҡшы эш өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында ойоштороласаҡ медицина-социаль ярҙам кабинеттарын матди-техник яҡтан тулыландырырға тура киләсәк. Программаны тормошҡа ашырыу осоронда матди-техник базаны нығытыу өсөн дөйөм сығымдар фонды 8 миллион һум тәшкил итәсәк.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин

Читайте нас: