Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Ғинуар 2020, 10:25

Хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод төҙөләсәк

Көсө бөткән батарейкалар, терегөмөшлө лампаларҙың айырым йыйылыуы тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Тик улар ҡайҙа алып барыла? Уларҙы нисек юҡҡа сығаралар? Был һорау экологтарҙы ғына түгел, ә таҙа һауа һуларға, таҙа һыу эсергә теләгән һәр кемде борсойҙор. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән сираттағы кәңәшмәлә һүҙ шул турала барҙы, Өфөлә йыл аҙағына тиклем хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод төҙөү һорауҙары көн ҡаҙағына сығарылды.

Көсө бөткән батарейкалар, терегөмөшлө лампаларҙың айырым йыйылыуы тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Тик улар ҡайҙа алып барыла? Уларҙы нисек юҡҡа сығаралар? Был һорау экологтарҙы ғына түгел, ә таҙа һауа һуларға, таҙа һыу эсергә теләгән һәр кемде борсойҙор. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән сираттағы кәңәшмәлә һүҙ шул турала барҙы, Өфөлә йыл аҙағына тиклем хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод төҙөү һорауҙары көн ҡаҙағына сығарылды.
“Росатом” компанияһына ингән “РосРАО” предприятиеһының башҡарма директоры Александр Богуцкий белдереүенсә, уларҙың компанияһы былтырҙан 1-се һәм 2-се хәүефһеҙлек класына ҡараған ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль оператор тип тәғәйенләнгән. 1-се һәм 2-се хәүефһеҙлек төрөнә батарейкалар һәм терегөмөшлө лампалар ҙа инә.
Яҡын арала республика оператор менән килешеү төҙөйәсәк, бындай ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса юл картаһы эшләнәсәк, тине министр Урал Искәндәров.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү регламентланмаған. Был тармаҡта эшләүсе компаниялар бар, улар бындай ҡалдыҡтарҙың бер ни тиклем өлөшөн йыя һәм утилләштерә, тик уларҙың ҡеүәте бөтә республикаға етмәй. Йыйылған ҡалдыҡтар республиканан ситкә сығарыла (әммә был алым бик ҡиммәткә төшә), йә бөтөнләй утилләштерелмәй. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдереүенсә, республикаға утилләштереү объекты кәрәк, сөнки ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ситкә сығарыу йәки юҡҡа сығарыу асыҡ һәм яйға һалынған булырға тейеш.
Федераль оператор илдәге экологик проблеманы хәл итергә һәм был тармаҡта тәртип булдырырға тейеш. “РосРАО”-ға ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙан алып эшкәрткәнгә тиклем эшмәкәрлек буйынса бер система булдырырға кәрәк. 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем илдәге ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнгән барлыҡ предприятиелар “РосРАО” менән килешеү төҙөргә бурыслы. Был эш экология милли проекты буйынса башҡарыла.
Беҙҙең экология министрлығы белдереүенсә, Башҡортостанда йыл һайын 80-дән 120 тоннаға тиклем көнкүреш терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар йыйыла. 2018 йылда ғына 42 миллион тонналыҡ 1632 төр ҡалдыҡ барлыҡҡа килгән, уларҙың ике мең тоннаһы 1-се һәм 2-се класс хәүеф төркөмөнә ҡалдыҡтар.
Республикала хәүефле ҡалдыҡтар өсөн меңдән ашыу махсус контейнер (экобокс) ҡуйылған һәм мең ярымдан ашыу көнкүреш терегөмөшлө лампалар, термометр һәм батарейкалар йыйыу пункты ойошторолған.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: