Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Ғинуар 2020, 11:08

Милли проекттар иғтибар үҙәгенән төшмәй

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе етәкселәре менән осрашып, республикалағы мөһим проблемалар тураһында һөйләшкәйне. Улар араһында Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу, ФАП-тар торошон контролдә тотоу ҙа бар ине.

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе етәкселәре менән осрашып, республикалағы мөһим проблемалар тураһында һөйләшкәйне. Улар араһында Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу, ФАП-тар торошон контролдә тотоу ҙа бар ине.
Бөгөн иһә Халыҡ фронтының етәкселәре, координаторҙары һәм әүҙемселәре менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Урал Килсенбаев осрашты. Һөйләшеү Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналды.
– Бөгөнгө аралашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан башҡарылған эштәр тураһында һөйләһәк, һеҙ уны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотаһығыҙ, – тине Александр Сидякин.
Илшат Тажетдинов иһә бик ентекле итеп республикала һәм илдә тормошҡа ашырылған милли проекттар тураһында һөйләне. Һәр береһенә айырым туҡталып, шул йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында әйтте.
– Бөтәбеҙгә лә билдәле булыуынса, Владимир Путиндың май указдары, икенсерәк итеп әйткәндә өҫтөнлөклө милли проекттар илдә 2019 йылдан башлап 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Был маҡсатта Рәсәйҙә 25,7 триллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 173,2 миллиард һум аҡса бүленә. Уларҙың барыһы ла кешенең тормошон яҡшыртыу, иҡтисадты үҫтереү, ғүмерҙәрҙе һаҡлауға тотоноласаҡ, – тине Илшат Тажетдинов.
Илшат Азамат улы һәр милли проектҡа айырым туҡталды. Уның маҡсаттары, йүнәлештәре, тотоноласаҡ аҡса күләме тураһында һөйләне.
Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары өсөн был аралашыу бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булды. Һәр проект буйынса бында координаторҙар бүленгән, улар был йүнәлештәге эште бөгөндән башлаясаҡ.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: