Ә үткән йылдың февралендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проектына ярашлы, 8,5 проценттан артмаған процент менән льготалы кредитлау программаһы эшләй башланғайны. Уның ярҙамында эшҡыуарҙар әйләнештәге аҡсаларын тулыландырыу өсөн өс йылға тиклем түләү шарты менән 500 мең һумдан 500 миллион һумғаса, инвестиция маҡсатында 10 йылға хәтлем 500 мең һумдан 2 миллиард һумға ҡәҙәр кредит алырға хоҡуҡлы.