Мәктәпкәсә учреждениены асыу тантанаһында кескәйҙәр иркен тамаша залында йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн бында төрлө түңәрәктәр эшләйәсәк, шулай уҡ кескәйҙәргә айырым йоҡо бүлмәһе ҡаралған. Яңы балалар баҡсаһының сафҡа индерелеүе - ауыл халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Быға тиклем ата-әсәләр балаларын район үҙәгенә, ун саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөткән.