Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Ғинуар 2020, 09:00

Йылайыр урмандары йәнә шаулаясаҡ

Йылайыр районында хакимиәт башлығы Илгиз Фәтҡуллин менән берлектә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был юлы Һабыр ауыл биләмәһендә питомник төҙөү буйынса фекер алыштылар. Проектты тәҡдим иткән эшҡыуар ауыл ерен йәшелләндереү өсөн питомникта үҫентеләр үҫтерергә теләге барлығын еткерҙе.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Йылайыр районында хакимиәт башлығы Илгиз Фәтҡуллин менән берлектә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был юлы Һабыр ауыл биләмәһендә питомник төҙөү буйынса фекер алыштылар. Проектты тәҡдим иткән эшҡыуар ауыл ерен йәшелләндереү өсөн питомникта үҫентеләр үҫтерергә теләге барлығын еткерҙе.
Илгиз Фәтҡуллин проекттың бик урынлы булыуын билдәләне һәм ағымдағы йылдың Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителеүен дә иҫкә төшөрөп, тәҡдим ителгән проектты бик урынлы тип тапты.
Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Төбәккә инветорҙар йәлеп итеү”, “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам”, “Экология” милли проекты сиктәрендә районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау, уға булышлыҡ итеү маҡсатында төрлө программалар уңышлы эшләй, эшҡыуарҙарҙың проекттары тормошҡа ашырыла.
“Инвестиция сәғәте”ндә тәҡдим ителгән проект ысынбарлыҡта үҫеш алһын өсөн, тейешле етәкселәргә ярҙам итеү бурысы ҡуйылды. Тимәк, урманға бай Йылайыр төбәге киләсәктә йәш үҫентеләр менән йәнә тулыланыр, тигән ышаныс бар.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: