Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Ғинуар 2020, 09:00

Башҡортостан юлдарында быйыл юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәү өсөн 609 фотовидеоаппарат ҡуйыу күҙаллана

Был автомат теркәү камералары 150 урында ҡуйылған да инде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Тәүге камералар Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондары һәм Нефтекама менән Ағиҙел ҡалаһы биләмәләренә урынлаштырылған.
Улар тиҙлекте боҙоуҙы теркәй. Ҡалған 459 камера 1 майға тиклем ҡуйыласаҡ.
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә юл фажиғәләре һанын 3,5 тапҡырға кәметеү күҙаллана. Бынан тыш, юл-транспорт ваҡиғаларының әҙәйеүен дә ҙур өмөт менән көтәбеҙ.
Фото:В. Шахов ("Башинформ").
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.
Читайте нас: