Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Ғинуар 2020, 09:00

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарына ярашлы, Бөрйән районының яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды

Бөрйән районы халҡы өсөн бик тә ҡыуаныслы ваҡиға булған: Нәби һәм Яуымбай ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Бөрйән районы халҡы өсөн бик тә ҡыуаныслы ваҡиға булған: Нәби һәм Яуымбай ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
ФАП-тар барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, тейешле ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителгән. Үҙ сиратында был урындағы халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы беренсел медицина ярҙамын күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк, шул уҡ ваҡытта ауылдарҙағы медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡ.
Нәби һәм Яуымбай ауылдарында быға тиклем эшләгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һыу һәм канализация үткәрелмәгән булған, биналарҙы мейескә утын яғып йылытҡандар. Хәҙер иһә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар. Яңы ФАП-тарҙа 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән 28 бала.
Фотолар: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан һәм Бөрйән районы хакимиәте башлығының шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас: