Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Ғинуар 2020, 09:00

2024 йылға “Башҡортостанда транспорт системаһын үҫтереү” проектын тормошҡа ашырыу бурысы тора

Милли проекттар буйынса дәүләт тарафынан ҙур финанс ярҙам күрһәтелә. Бүленгән аҡсаларҙы үҙ ваҡытында файҙаланыу өсөн етди эш планы һәм проекттар булырға тейеш. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Милли проекттар буйынса дәүләт тарафынан ҙур финанс ярҙам күрһәтелә. Бүленгән аҡсаларҙы үҙ ваҡытында файҙаланыу өсөн етди эш планы һәм проекттар булырға тейеш.

Республиканың юл хужалығы һәм дәүләт комитеты 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейешле ун проектты билдәләне. Улар араһында Стәрлетамаҡта 25,1 километр оҙонлоҡтағы Р-240 Өфө-Ырымбур урау автомобиль юлын төҙөү ҙә бар. Шулай уҡ “Башавтотранс” өсөн яңы автомобилдәр ҙә һатып алынасаҡ.

Проекттарҙы финанслау федераль һәм республика адреслы инвестиция программалары һәм транспорт тармағы ойошмаларының бюджеттан тыш аҡсалары иҫәбенә башҡарыласаҡ.

2024 йылға “Башҡортостанда транспорт системаһын үҫтереү” проектын тормошҡа ашырыу автомобиль юлдарында күперҙәр төҙөргә, транспорттың йөк әйләнеше күләмен 13 процентҡа, һауа транспорты ташыған йөктәр күләмен 31,6 процентҡа, ә пассажирҙар һанын 33 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Фото bash.news

Читайте нас: