Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Ғинуар 2020, 09:00

Өфө халҡы байрамдан ҡалған шыршыларҙы утилләштерә ала

Яңы йыл байрамына биҙәлгән шыршылар менән хушлашыу мәле лә етте. Ошоға тиклем байрамдың төп биҙәге булған йәшел ҡуршыҡайҙар сүплеккә оҙатылһа, хәҙер уларҙы хужалыҡта файҙа килтерерлек итеп утилләштерәсәктәр. Ҡабул итеү пункттары хаҡында ҡала хакимиәтенең сайтында белешмә алырға мөмкин.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Яңы йыл байрамына биҙәлгән шыршылар менән хушлашыу мәле лә етте. Ошоға тиклем байрамдың төп биҙәге булған йәшел ҡуршыҡайҙар сүплеккә оҙатылһа, хәҙер уларҙы хужалыҡта файҙа килтерерлек итеп утилләштерәсәктәр. Ҡабул итеү пункттары хаҡында ҡала хакимиәтенең сайтында белешмә алырға мөмкин.
Дим биҫтәһенең Магистраль урамы 2а адресы буйынса урынлашҡан супермаркет алдында айырыуса йәнлелек. Ҡала халҡы яңы йыл шыршылары әрәм булмаһын өсөн, утилләштереү пунктына тапшыра.Фәриҙә Шәйнурова ейән-ейәнсәрҙәре үтенесе буйынса быйыл урман ҡупшыҡайын биҙәгән. Бөгөн уны утилләштереү пунктына тапшырған.
«Шыршыларҙы юнысҡыларға» экологик милли проекты ҡала халҡы алдында ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйырға өйрәтеү маҡсатын ҡуя. Халыҡ та был акцияға әүҙем ҡушылды. Иртә менән ылыҫлы ағастарҙы тапшырыусылар алдында Дим районының экология-биология балалар үҙәгендә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр сығыш яһаны. Бөгөнгө экологик акцияла айырыуса әүҙемлек күрһәткәндәргә ойоштороусылар яңы йыл күстәнәстәре лә әҙерләгән.
Әлфиә Вәлиева, Өфөнөң Дим районы экология-биология үҙәге директоры урынбаҫары: “Баш ҡалала «Шыршыларҙы-юнысҡыларға» экологик акцияһы буйынса ҡалала 26 пункт эшләйәсәк. Был ағастар Кроношпан заводына һәм ҡаланы төҙөкләндереү хужалығына оҙатыласаҡ”.
Ылыҫлыларҙы айырым контейнерҙарға йыйып, ҡайтанан эшкәртеүгә тапшырыу- уларҙы халыҡ хужалығында тағы ла файҙалыраҡ итеп ҡалланыу мөмкинлеге бирә. Белгестәр билдәләүенсә, ҡаты ҡалдыҡтар полигонында Яңы йыл байрамында ҡулланылған ылыҫлылар тәбиғи рәүештә тарҡалһын өсөн уңай шарттар юҡ. Ә утилләштергәндән һуң, ергә ашлама һәм юнысҡыларҙан йорт йыһаздары эшләнәсәк.
Ҡарағай һәм аҡ шыршыларҙы Өфөнөң 26 майҙанында тапшырырға мөмкин. Тапшырыу нөктәһе Дим биҫтәһенең Евгений Столяров урамында ла урынлашҡан. Халыҡ был контейнерҙарға йәшел энәлеләрҙе күпләп килтергән. «Шыршыларҙы-юнысҡыларға» экологик акцияһы Өфөлә 11 ғинуарҙан 19 ғинуарға тиклем дауам итә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Читайте нас: