Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Ғинуар 2020, 09:00

Мәғариф системаһын етди үҙгәрештәр көтә

Уҙған йылдың һуңғы көндәрендә республикала уҙғарылған мәғариф кәңәшмәһендә 2020 йылға белем биреү бурыстары билдәләнде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Уҙған йылдың һуңғы көндәрендә республикала уҙғарылған мәғариф кәңәшмәһендә 2020 йылға белем биреү бурыстары билдәләнде.
- 2020 йылда мәғариф системаһын үҫтереү бурыстары - мәктәпкәсә белем биреүҙең йөҙ процентка үтәлеүен тәьмин итеү, икенсе сменала уҡыусылар һанын алты процентҡа тиклем кәметеү, тағы ла өс полилингваль мәктәп асыу, мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын комплекслы модернизациялау һәм капиталь ремонтлау проектын тормошҡа ашырыу, тағы ла 100 мең уҡыусыға һанлы белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу, “Ворлдскиллс" стандарттары буйынса алдан һөнәри әҙерлек үҙәген асыу, студенттар фекерен һәм иҗадын берләштереү урынына әүереләсәк вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөн башлау, ауылда эшләүсе 150 йәш уҡытыусыға грант биреү, Башҡортостан Республикаһының Фәнни белем биреү үҙәген булдырыу һәм Евразия федераль университетына нигеҙ һалыу, - тине кңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. - Киләһе йылда беҙ уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. 2020 йылдың февралендә үтәсәк икенсе мәктәп форумы да сәләмәтлеккә арналасаҡ.

Билдәле булыуынса, белем биреү өлкәһендәге был мөһим эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: