Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Ғинуар 2020, 09:00

«Демография» милли проекты бойомға нисек ашырыла?

Физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән граждандар һанын арттырыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты маҡсаты булып тора. Кешеләрҙе спорт менән даимим шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, спорт резервын әҙерләү системаһында спорт ярыштарын үткәреү, муниципаль район һәм ҡалаларҙа “Готов к труду и обороне” (ГТО) тест үткәреү үҙәктәрен булдырыу - милли проектты бойомға ашырыуҙың иң мөһим һөҙөмтәләре.

Физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән граждандар һанын арттырыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты маҡсаты булып тора. Кешеләрҙе спорт менән даимим шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, спорт резервын әҙерләү системаһында спорт ярыштарын үткәреү, муниципаль район һәм ҡалаларҙа “Готов к труду и обороне” (ГТО) тест үткәреү үҙәктәрен булдырыу - милли проектты бойомға ашырыуҙың иң мөһим һөҙөмтәләре, тип яҙа “Ватандаш” журналы.
Уҙған йылдың ноябрендә Өфөлә ГТО тестын үткәреү буйынса яңы үҙәк асылды. Ул “Динамо” спорт комплексында урынлашҡан. Унда бер көн эсендә нормативтарҙы үтәргә була. Бының өсөн зал, йүгереү урыны, бассейн, тир бар.
6 йәштән башлап һәр теләгән кеше нормативты тапшыра ала. Бының өсөн паспорт һәм табиптан алған белешмә менән тест үткәреү төбәк үҙәгенә килергә кәрәк. ГТО комплексы һәр баҫҡыс өсөн ауырлыҡтың өс кимәлен билдәләй. Нормативты үтәгән өсөн алтын, көмөш һәм бронза значогы бирелә.
Читайте нас: