2024 йылға тиклем төбәктә милли проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн 175 миллард һум аҡса бүленәсәк. «Кешелек капиталы” йүнәлеше буйынса (“Демография”, “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт” милли проекттары) 74,6 миллиард һум үҙләштереләсәк. “Йәшәү өсөн уңайлы шарттар” йүнәлешенә (“Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Экология”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттары) – 85 миллиард. “Иҡтисади үҫеш” йүнәлешенә (“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте хуплау”, “Цифрлы иҡтисад”, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Ғилем” милли проекттары) – 15,5 миллиард.