Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Ғинуар 2020, 09:00

Милли проект кешеләр сәләмәтлеге һағында

Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үткәреүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуя. 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырыла.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ҡайһы берәүҙәрҙең тиктомалдан танауы ҡанағанын йыш күрергә тура килә. Табиптар әйтеүенсә, танау ҡанауға атмосфера баҫымы үҙгәреү, витаминдар етмәү, гормональ тайпылыштар ҙа сәбәпсе була ала, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Танау йыш ҡанай икән, табипҡа күренергә кәрәк. Ул ҡан баҫымы күтәрелеү, ҡан тамырҙары дистонияһы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы билдәһе булырға мөмкин.
Әйткәндәй, республикала “Һаулыҡ һаҡлау”ҙың ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Улар беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеү тармағын үҫтереү, балалар сәләмәтлеген хәстәрләү, йөрәк-ҡан һәм онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш, өлкәне белгестәр менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәттәре экспортын киңәйтеү маҡсаттарына йүнәлтелгән. Шулай уҡ министрлыҡта әйтеүҙәренсә, берҙәм һанлы контур булдырыу планлаштырыла.
Ошо барлыҡ сараларҙы финанслау өсөн быйыл 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, тип билдәләнә ведомство мәғлүмәттәрендә.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үткәреүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуя.
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырыла.
Читайте нас: