Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Ғинуар 2020, 09:00

Еңеүгә бәйле урамдар “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланасаҡ

Акцияға Бөйөк Еңеү көнөнә арнап йәки һуғышта ҡатнашҡан геройҙар исеме менән аталған бөтә урамдар ҙа инә. Өфөлә ошондай 22 урам иҫәпләнә. Ҡала хакимиәте башлығы сайтында юбилей йылы дауамында ремонтланасаҡ урамдар исемлеге баҫылған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Баш ҡалала Еңеү көнөнә бәйле булған урамдар һәм юлдарҙы ремонтлаясаҡтар. Был акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ремонт Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ.
Акцияға Бөйөк Еңеү көнөнә арнап йәки һуғышта ҡатнашҡан геройҙар исеме менән аталған бөтә урамдар ҙа инә. Өфөлә ошондай 22 урам иҫәпләнә. Ҡала хакимиәте башлығы сайтында юбилей йылы дауамында ремонтланасаҡ урамдар исемлеге баҫылған.
Мәҫәлән, Революция урамынан Достоевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан Воровский урамына тиклемге участкалар яңыртыласаҡ. Шулай уҡ Өфө шоссеһынан алып Маршал Жуков урамына тиклемге юлды ла үҙгәреш көтә. Мотлаҡ рәүештә Мостай Кәрим урамындағы ремонт та дауам итәсәк (Чернышевский урамынан алып Достоевский урамына тиклем).
фото: bash.news
Читайте нас: