Хәҙер Төйәләҫ, Ишбирҙе һәм Үршиҙе ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләй.
Асҡын районының Үршиҙе авылында асылған яңы ФАП күрше Дульцевка халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.
Урал аръяғының Төйәләҫ ҡасабаһында медицина пункты асылыуын меңгә яҡын кеше түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Яңы пункт асылғансы улар 15 саҡрымда ятҡан Сибайға йөрөгән. Хәҙер яңы асылған пунктҡа “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса йәш фельдшер эшкә килгән. Билдәле булыуынса, был программала ҡатнашыусыларға 500 мең һум түләнелә, әммә тәғәйенләнгән урында 5 йыл эшләргә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ Баймаҡ районының 500-ләп кеше йәшәгән Ишбирҙе ауылында ла ФАП төҙөлгән.
“Беренсел медицина-санитар ярҙамын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә быйыл республикала 28 ФАП файҙаланыуға тапшырылған. Шуның 22-һе республика, алтауһы федераль ҡаҙнанан финансланған.
ФАП-тарҙы тергеҙеү эштәре киләсәктә лә дауам итәсәк. 2020 йылда - 72, 2021-2022 йылдарҙа авария хәлендәге ФАП-тар төҙөкләндереләсәк.