Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Ғинуар 2020, 09:00

Республиканың Австрия Республикаһындағы вәкиллегенең эш һөҙөмтәләре ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың Австрия Республикаһындағы вәкиллегенең эш һөҙөмтәләре ҡаралды.Вәкиллек етәксеһе Маркус Шайбльхофер хәбәр итеүенсә, улар Башҡортостандан барған рәсми делегацияға осрашыуҙар уҙғарышыуҙа булышлыҡ иткән, республиканың презентацияһын ойошторған. Әле башҡорт майын экспортҡа сығарыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуға әҙерлек бара, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм туризм йүнәлешендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр булған. Маркус Шайбльхофер 2020 йылға пландар менән уртаҡлашып, яңы йылда тығыҙ хеҙмәттәшлек итерлек ҡеүәтле инвесторҙарҙы ла атап үтте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың Австрия Республикаһындағы вәкиллегенең эш һөҙөмтәләре ҡаралды.
Вәкиллек етәксеһе Маркус Шайбльхофер хәбәр итеүенсә, улар Башҡортостандан барған рәсми делегацияға осрашыуҙар уҙғарышыуҙа булышлыҡ иткән, республиканың презентацияһын ойошторған. Әле башҡорт майын экспортҡа сығарыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуға әҙерлек бара, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм туризм йүнәлешендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр булған. Маркус Шайбльхофер 2020 йылға пландар менән уртаҡлашып, яңы йылда тығыҙ хеҙмәттәшлек итерлек ҡеүәтле инвесторҙарҙы ла атап үтте.
– Ошо эш һөҙөмтәһендә ҙур иҡтисади ҡеүәте булған Башҡортостан кеүек төбәк барлығын күберәк кешеләр беләсәк. Бер нисә ҙур сара уҙғарҙыҡ, үҙебеҙҙе тулы кимәлдә танытҡансы эшләйәсәкбеҙ. Киләсәктә килешеүҙәр төҙөү, инвестициялар һалыу, берҙәм уңышлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу кеүек ғәмәлдәге эштәрҙе күрге килә, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, вәкиллек сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәрен асыу буйынса алып барылған эш һөҙөмтәһендә быйыл июндә асылғайны. Был аҙым Владимир Путиндың “май” указдарын бойомға ашырыу маҡсатында ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыуҙың бер этабы булып тора.
Австриялағы вәкиллектең төп офисы Венала урынлашҡан. Ике ил араһында ептәрҙе нығытып, быйыл ике республика араһында тура авиабәйләнеш булдырылды, шулай уҡ Австрияла Башҡортостан мәҙәниәте көндәре һәм һабантуй уҙғарылды.

#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: