Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Ғинуар 2020, 09:00

“Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостандың “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла: республикала персональ һанлы сертификаттар биреү моделен һынауҙың тәүге этабын йомғаҡлау шуны күрһәтте.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостандың “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла: республикала персональ һанлы сертификаттар биреү моделен һынауҙың тәүге этабын йомғаҡлау шуны күрһәтте.
Был сара Өфө дәүләт нефть техник университеты майҙансығығында үткәрелде. Быйыл Башҡортостан халҡы персональ һанлы сертификат алырға һәм уны ҡулланыу буйынса уҡыу мөмкинлегенә эйә булырға тейешле биш пилот төбәгенә ингәйне. Был илдең төрлө белем биреү ойошмаларында бушлай өйрәнеү форсаты бирә.

Декабрҙә бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡҡа ошо мәғлүмәтте еткерергә, ошо программала ҡатнашыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлатырға һәм 1000 персональ һанлы сертификатты теркәргә кәрәк ине. Проект етәксеһе Руслан Ғәбиҙуллин был бурысты үтәп сығыу өсөн егәрле команда ойоштора алған, “Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү” ойошмалары ассоциацияһы коллективтарын йәлеп иткән.
Һөҙөмтәлә Башҡортостан бөтә һалынған параметрҙарҙы үтәп сығыу буйынса алдынғы урынды биләне.

– Беҙ күмәкләп тотондоҡ һәм нисек эш итеү буйынса алдан уйланылған планыбыҙ ҙа бар ине, республиканың Ректорҙар советы ултырышында ошо планды ентекле аңлаттыҡ, – ти Руслан Ғәбиҙуллин.
Читайте нас: