Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Декабрь 2019, 11:00

Киләһе йылда Башҡортостанда санитар авиация өсөн вертолет майҙансыҡтары әүҙем төҙөләсәк

БР Хөкүмәтендә уҙған аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, киләһе йылда беҙҙә санитар авиация өсөн вертолет майҙансыҡтары әүҙем төҙөләсәк. 2020 йылдың июленә улар һигеҙгә артасаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

БР Хөкүмәтендә уҙған аҙналыҡ кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, киләһе йылда беҙҙә санитар авиация өсөн вертолет майҙансыҡтары әүҙем төҙөләсәк. 2020 йылдың июленә улар һигеҙгә артасаҡ, тип хәбәр итә ЙӘШЛЕК.
Ишеткәнһегеҙҙер, быйыл Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә вертолет төшә торған урын барлыҡҡа килде. Санитар авиацияны ҡулланыу "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты маҡсаттарына ирешергә булышлыҡ итәсәк.
2020 йылдың июленә майҙансыҡтар Нефтекамала, Асҡында, Сибайҙа, Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм тағы берәү Өфөлә төҙөлә.
Сирлеләрҙе баш ҡалаға вертолет менән килтереү ярҙам күрһәтеү ваҡытын экономиялай. Мәҫәлән, вертолет Стәрлетамаҡтан 40 минутта килеп етһә, Октябрьскийҙан - бер сәғәттә, Сибай йә Баймаҡтан бер сәғәт тә 40 минутта Өфөлә була.
Фото: proural.info сайтынан
Читайте нас: