Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Декабрь 2019, 09:00

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты медицина ойошмаларының ҡорамалдарын даими яңыртыуға булышлыҡ итә

Ошо көндәрҙә Республика балалар клиник дауаханаһына милли проект сиктәрендә функциональ диагностикалау ҡорамалдары ҡайтарылған, ул төрлө йәштәге балаларҙы ваҡытында һәм теүәл дауалау юлын билдәләргә ярҙам итә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ошо көндәрҙә Республика балалар клиник дауаханаһына милли проект сиктәрендә функциональ диагностикалау ҡорамалдары ҡайтарылған, ул төрлө йәштәге балаларҙы ваҡытында һәм теүәл дауалау юлын билдәләргә ярҙам итә.

Поли-Спектр-СМ системаһы электрокардиограмманы һәм ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ йөрәк ритмы боҙолоуҙарын, ҡан йөрөшө һәләтен асыҡлай һәм тәүлек әйләнәһенә ҡан баҫымы эшмәкәрлеген күрһәтә.

Поли-Спектр-8/ЕХ аппараты иһә йөрәк әүҙемлегенә бәйле барлыҡ операцияларҙы үткәрергә ярҙам итә. Атап әйткәндә, ҡәҙимге ЭКГ-нан башлап, көсөргәнеш кимәлен тикшереү, вегетатив нервы системаһының эшен баһалауға тиклем. Ҡорамал тын алыш ритмын һәм йышлығын теркәй, мәғлүмәтте Bluetooth интерфейсы аша радиоканалға ебәрә.

Яңы электрокардиограф ярҙамында кәрәкле кардиограмманы йәки уның берәй өлөшөн баҫтырып алырға була.

Читайте нас: