Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Декабрь 2019, 09:00

Милли проект: шыршыны кире тапшырырға була

Яңы йыл байрамдары үткәс, бынан бер нисә көн элек кенә өй йәме булып ултырған ҡупшыҡай шыршыларҙы сүплеккә сығарып ташлайбыҙ. Улар тирә-йүнде ҡотһоҙлап, сүпләп ята. “Экология” милли проектын ярашлы, 11, 12, 18, 19 ғинуарҙа Өфөлә экология акцияһы үтәсәк. Уның маҡсаты – ҡала халҡын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймалға әйләндереү. Уларҙы ҡаланың махсус 24 майҙансығында тапшырырға мөмкин.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Яңы йыл байрамдары үткәс, бынан бер нисә көн элек кенә өй йәме булып ултырған ҡупшыҡай шыршыларҙы сүплеккә сығарып ташлайбыҙ. Улар тирә-йүнде ҡотһоҙлап, сүпләп ята. “Экология” милли проектын ярашлы, 11, 12, 18, 19 ғинуарҙа Өфөлә экология акцияһы үтәсәк. Уның маҡсаты – ҡала халҡын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймалға әйләндереү. Уларҙы ҡаланың махсус 24 майҙансығында тапшырырға мөмкин, ТИП ХӘБӘР ИТӘ БАШҠОРТОСТАН.

Бынан тыш, 18 ғинуарҙа “Аркада” һәм “Купец” сауҙа үҙәктәре биләмәһендә лә ылыҫлы ағастарҙы йыйыу ойошторола.

Әйткәндәй, 2019 йылда был акцияла Өфөлә ике көндә 1000 тирәһе ағас эшкәртеүгә оҙатылған.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.

Фото: nashkiev.ua

Читайте нас: