Был республика ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәргә бәйле һәм аҙ тәьмин ителгән граждандар категорияһына ҡағыла. Һүҙ ҡоро ҡатнашмалар, бутҡалар, балалар туҡланыуы өсөн махсуслаштырылған һөт ризыҡтары хаҡында бара. Улар менән “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы тәьмин итәсәк.
Республикалағы һөт кухняларының эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы көйләнә.