Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Декабрь 2019, 09:00

"Демография" милли проектына ярашлы Белоретта һөт кухняһы асыла

Бушлай һөт аҙыҡ-түлектәре менән 1200 тирәһе бала тәьмин ителәсәк. Шулай итеп, өс йәшкә тиклемге бәләкәстәр тәрбиәләнгән күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләр юғары сифатлы һөт продукцияһын алып ҡыуанасаҡ.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Шулай итеп, өс йәшкә тиклемге бәләкәстәр тәрбиәләнгән күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләр юғары сифатлы һөт продукцияһын алып ҡыуанасаҡ, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Белорет ҡалаһы һәм районы ғына түгел, эргә-тирәләге Учалы, Архангел райондары ҡыҙҙарын һәм малайҙарын да шатландырасаҡ был һөт кухняһы 30 декабрҙә асыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында.
Башҡортостандың Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында асылған һөт кухняларының уңышлы эшләп китеүе “Демография” милли проектын уңышлы атҡарыу һөҙөмтәһендә булды. Күптән түгел генә Учалы ҡалаһында ла һөт кухняһы асылды. Өҫтәүенә киләһе йылда Сибай ҡалаһында ла ошондй һөт кухняһы эш башлар, тип көтөлә.
1 ғинуарҙан ташламаға хоҡуғы булған бар балалар (ғаиләләге һәр йән башына булған уртаса килем баланың йәшәү минимумы кимәленән түбәнерәк килемле ғаиләләрҙәге ҡыҙҙар һәм малайҙар) бушлай һөт аҙыҡ-түлектәре – ҡоро бутҡалар, сәнәғәт етештереүенең һәм кухняларҙың һөт аҙыҡ-түлектәре менән тәьмин ителәсәк.
Республикала бына ошондай һөт кухнялары булдырыу “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: