Яңы система хеҙмәт баҙарына тулы әҙерлекле белгес сығарыу мөмкинлеген бирә. Оҫтаханалар булдырылыуы илдең билдәле төҙөлөш компаниялары менән килешеү төҙөүгә булышлыҡ итә. Рәсми файҙаланыуға тапшырылғанға тиклем уҡыу йорто бер-нисәүһе менән эш башлаған да инде.