Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
27 Декабрь 2019, 09:00

Милли проект: ауылға юғары тиҙлекле интернет килде

Республикала "Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад" милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. "Башинфорсвязь" йәмғиәте "Мәғлүмәти структура" федераль проектының беренсе этабын тамамланы. Компания 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктына, 215 мәғариф учреждениеһына, 88 ауыл биләмәһе хакимиәтенә һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Стәрлетамаҡ, Ишембай, Дүртөйлө, Баймаҡ, Ағиҙел ҡалаларындағы, шулай уҡ 54 райондағы 30 бүлексәһен оптика-сүс селтәренә тоташтырҙы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республикала "Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад" милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. "Башинфорсвязь" йәмғиәте "Мәғлүмәти структура" федераль проектының беренсе этабын тамамланы. Компания 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктына, 215 мәғариф учреждениеһына, 88 ауыл биләмәһе хакимиәтенә һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Стәрлетамаҡ, Ишембай, Дүртөйлө, Баймаҡ, Ағиҙел ҡалаларындағы, шулай уҡ 54 райондағы 30 бүлексәһен оптика-сүс селтәренә тоташтырҙы.
Республиканың дәүләт һанлы үҫеш идаралығы министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, милли проектҡа ярашлы, социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу, Башҡортостан ауылдарында элемтә инфраструктураһын үҫтереү киң мөмкинлектәр аса. Халыҡта һаулыҡ һәм белем алыу буйынса электрон хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә булыусылар күбәйә. Киләһе йыл һанлы провайдер 888 объектты юғары тиҙлекле интернет менән тәмьин итһә, 2021 йылда тағы 164 мең учреждение бындай уңайлыҡ менән файҙалана аласаҡ.
Фото: ufa.zelenaya.net
Читайте нас в