Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Декабрь 2019, 12:14

”Демография” милли поекты зарарлы аҙыҡҡа ҡаршы көрәшә

Иң тәмле аҙыҡтың да зарарлы булыуы мөмкин. Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында күп кенә сирҙәр баш ҡалҡыта.Балалар нимә ярата? “Чупа-чупс”, сәйнәй торған кәнфиттәр, пастилалар – барыһы ла сәләмәтлек өсөн зарарлы. Уларҙа шәкәр, химик матдәләр, буяуҙар ифрат күп. Чипсы – май һәм углеводтар ҡатнашмаһы, уның тәм һәм буяуҙар менән байытылыуы аппетитты ҡуҙғыта. Газлы татлы эсемлектәр химия, шәкәр һәм газ берләшмәләренән тора, зарарлы матдәләрҙең бөтә организм буйлап тиҙ таралыуына булышлыҡ итә. Кока-кола юшҡын һәм тутыҡты таҙартыу өсөн яҡшы сара, ярты литр эсемлекте эскәндән һуң ашҡаҙан-эсәк юлына ниндәй зыян килгәнен аңларға була.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Иң тәмле аҙыҡтың да зарарлы булыуы мөмкин. Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында күп кенә сирҙәр баш ҡалҡыта.
Балалар нимә ярата? “Чупа-чупс”, сәйнәй торған кәнфиттәр, пастилалар – барыһы ла сәләмәтлек өсөн зарарлы. Уларҙа шәкәр, химик матдәләр, буяуҙар ифрат күп. Чипсы – май һәм углеводтар ҡатнашмаһы, уның тәм һәм буяуҙар менән байытылыуы аппетитты ҡуҙғыта. Газлы татлы эсемлектәр химия, шәкәр һәм газ берләшмәләренән тора, зарарлы матдәләрҙең бөтә организм буйлап тиҙ таралыуына булышлыҡ итә. Кока-кола юшҡын һәм тутыҡты таҙартыу өсөн яҡшы сара, ярты литр эсемлекте эскәндән һуң ашҡаҙан-эсәк юлына ниндәй зыян килгәнен аңларға була, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Шоколадтар – химик өҫтәмәләр, тәмләткестәр, буяуҙар, калориялар “келәте” ул. Сосиска һәм колбасаларҙы ла зыянһыҙ тип атап булмай, уларҙағы май, сусҡа тиреһе, сало төрлө тәмләткестәр менән байытыла. Генетик үҙгәрештәр юлы менән сығарылған сояны ҡушыуҙары ла ихтимал. Майлы колбаса ризыҡтары организмға насар тәьҫир итә, ҡанда холестерин күбәйеүенә булыша, һөҙөмтәлә ҡан тамырҙары ҡыҫылып, тарайып, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә юл асыла.
Кетчуп һәм майонездың организмға зарарҙан башҡа файҙаһы юҡ. Тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтарҙы йыш һатып алмаҫҡа тырышығыҙ, уларҙың барыһында ла яһалма аҙыҡтар ҡулланыла. Көн дә ҡулланған тоҙҙо ла самалап тотонорға кәңәш итәбеҙ. Ул организмда токсиндарҙың тупланыуына, ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә.
Алкоголле эсемлектәр – айырым бер тема, уның организмды эстән ҡаҡшатыуы күптән билдәле.
Кәңәш-төңәштәргә ҡарамай, зарарлы аҙыҡтарҙы самаһыҙ ҡулланыу нимәгә килтерәсәк? Әлбиттә, хәл-торошоғоҙҙоң, кәйефегеҙҙең насарланыуына, һаулыҡтың ҡаҡшауына. Аҙыҡтың сифаты ғына түгел, уның миҡдары ла мотлаҡ сәләмәтлегегеҙҙә сағылыш табасаҡ. ”Демография” милли проекты тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә йүнәлтелгән.
Фото: travel.tochka.net
Читайте нас: