Өфө районында 2020 йылдың ноябрь аҙағына тиклем 640 уҡыусылыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыу күҙаллана. Аукционды «1-се төҙөлөш идаралығы» компанияһы отҡан. Тәүҙә контракттың хаҡы 480 миллион һум самаһы булған, еңеүсе уны 399 миллионға тиклем төшөргән.