Күгәрсен районында мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы
«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған медицина комплексы төбәктең төпкөл ауылдарын да хеҙмәтләндерер тип көтөлә.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған медицина комплексы төбәктең төпкөл ауылдарын да хеҙмәтләндерер тип көтөлә.
Тәүге көндә табиптар Волостновка ауылында йәшәүселәрҙе ҡабул итте. Урында фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, тик фельдшеры ғына юҡ.
Шуға ла халыҡҡа медицина ярҙамы артынан район үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тура килә. Мобиль пункт килеүе ауылдаштарға тулы медицина күҙәтеүен үтергә булышлыҡ итте.