Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Декабрь 2019, 09:00

Милли проект: хоспис ҡайҙа төҙөләсәк?

Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты комплекслы тормошҡа ашырыла. Ә программа киң, хәл итәһе мәсьәләләр бихисап.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Республикабыҙҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты комплекслы тормошҡа ашырыла. Ә программа киң, хәл итәһе мәсьәләләр бихисап.
Ысынлап та, бөгөн ҡалабыҙҙа күптәр хоспис булыуын теләй. Шуға ла республика Башлығы Радий Хәбиров уны төҙөү зарурлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, тап шундай яҙмышҡа дусар булғандар яңылыҡты хуплап ҡаршы алды. Тәүҙә ҡала хосписы “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексына ингән урында булыр тип күҙалланғайны. Кисә уның аныҡ урыны билдәләнде. Өфө хосписына урын “Мега” сауҙа үҙәге артында бүленәсәк. Бының өсөн 237 сутый майҙан ер бүлеү хаҡында республика Башлығының ҡарары ҡабул ителде, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Был учреждение Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.
Читайте нас: