"Демография" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһы буйынса ошо көндәрҙә Бөрйәндә дүрт торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдә демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы.
Ағымдағы йылда федераль программа ярҙамын Бөрйәндән 16 ғаилә алған. Шарттарға ярашлы, аҡсаның бер өлөшө урындағы бюджеттан түләнә.
"Артабан да яҡташтарыбыҙҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса маҡсатлы эш дауам ителәсәк. Һеҙ үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ менән ауылдың иҡтисадын, тормош кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Бөгөн тапшырылған социаль түләүҙәр хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итһен. Барығыҙҙы ла был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым", - тине район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғәзиз Манапов.
Билдәле булыуынса, "Демография" милли проектының төп маҡсаты ғаиләләрҙең тормош шарттарын яҡшыртып, тыуымды арттырыуға ҡайьтып ҡала.
Фотолар Бөрйән районы хакимиәте сайтынан.