-5 °С
Болотло
Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарҙы дауаханаға бушлай йөрөтәләр. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле закон проектын ҡабул итте.
«Ошо ярҙам төрө кәрәклеге мәсьәләһе күптән өлгөрөп еткән, – тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев. – Әгәр ҡала инфраструктураһы медицина учреждениеларына артыҡ ауырлыҡһыҙ барып етергә мөмкинлек бирһә, ауыл ерендә иһә оло йәштәгеләр, бигерәк тә яңғыҙ йәшәгәндәр өсөн был ысын проблемаға әүерелә. Район дауаханаларынан алыҫтағы ауылдарға тиклем аралар тиҫтә саҡрымдар менән иҫәпләнә. Был хеҙмәт медицина ярҙамына мохтаж өлкән йәштәге граждандарға ҙур ярҙам булыр, уларҙың күбеһенә проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итер ине».