Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
22 Декабрь 2019, 09:00

Милли проект: водителдәрҙе тикшереү ҡағиҙәләре үҙгәрә

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты бурыстарына ярашлы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан водителдәргә алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға экспресс-тест үткәрергә рөхсәт ителеүе ихтимал.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты бурыстарына ярашлы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан водителдәргә алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға экспресс-тест үткәрергә рөхсәт ителеүе ихтимал, тип яхәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Алкоголь йәки наркотик билдәләре теүәл аңлашылмаған осраҡта ошондай ысулды ҡулланыуҙары бар. Экспресс-тест контактһыҙ алкоголь детекторы һәм һеләгәй тикшереү өсөн ҡағыҙ наркотест ярҙамында үткәрелергә мөмкин. Һүҙ медицина тикшереүе тураһында түгел, ә водителдәрҙе алдан тикшереү тураһында бара.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тәү сиратта юл-транспорт һәләкәттәрен кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның ҡаҙаныштарының бер сараһы булып машина йөрөтөүселәрҙең торошон контролдә тотоуҙы көсәйтеү тора. 2024 йылға тиклем водителдәрҙе тикшереү өсөн 94 миллион экспресс-тест һатып алыу планлаштырыла.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: