Әлеге конкурс 2011 йылдан алып үтә һәм бик абруйлы һанала.
Эксперттар предприятиеның “һаҡсыл етештереү”ҙе индереү буйынса эшенә анализ яһап, ҙур баһа ҡуйған.
“Грайн” конкурста тотороҡло үҫеш буйынса приз алған.
Компания директоры Олег Родионов һүҙҙәренсә, предприятие былтыр милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса эшләй башлаған программаға ҡушылған. Ул республикалар тәүгеләрҙән булып һайлап алыуҙан үткән.
- Эшселәр көсө менән берлектә ҡорамалдарҙы техник йәһәттән ҡулайлаштырыу, бракты кәметеүгә бәйле эштәр алып барылды. Һөҙөмтәлә, йылдың тәүге яртыһында хеҙмәт етештереүсәнлеге 21,5 процентҡа күтәрелде, ҡорамалдарҙы көйләү ваҡыты ла ике тапҡыр ҡыҫҡарҙы, - ти компания етәксеһе.