Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Декабрь 2019, 09:00

Мораҡта "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса төҙөлгән кинозалды асыу датаһы билдәле булды

Ул элекке ауыл мәҙәниәт йорто нигеҙендә эшләйәсәк. 2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһының барлыҡ тораҡ пункттарында кинозалдарға ярҙам итеү бөтә Рәсәй программаһына старт бирелде. 2019 йылдан алып 500 меңгәсә кеше йәшәгән ауылдарҙа милли фильмдарҙы күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса саралар 2019-2024 йылдарға “Мәҙәниәт” милли проектына индерелде. Район үҙәге халҡы һәм ҡунаҡтары был көндө билдәле “Беренсе республика” кинофильмын ҡарай, боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында ҡатнаша аласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ул элекке ауыл мәҙәниәт йорто нигеҙендә эшләйәсәк. 2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһының барлыҡ тораҡ пункттарында кинозалдарға ярҙам итеү бөтә Рәсәй программаһына старт бирелде. 2019 йылдан алып 500 меңгәсә кеше йәшәгән ауылдарҙа милли фильмдарҙы күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса саралар 2019-2024 йылдарға “Мәҙәниәт” милли проектына индерелде. Район үҙәге халҡы һәм ҡунаҡтары был көндө билдәле “Беренсе республика” кинофильмын ҡарай, боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында ҡатнаша аласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы һәм “Тере лента” кинокомпанияһы тулы метражлы “Беренсе республика” тарихи-нәфис фильмын төшөрҙө. Фильмдың режиссеры – Булат Йосопов, сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова, операторы – Илья Пономаренко.
Фильм билдәле журналист, сәйәси золом ҡорбаны Ҡасим Аҙнабаев хәтирәләренә таянып төшөрөлгән. Унда Башҡортостандың профессиональ сәнғәте һәм әҙәбиәте башланғысында торған билдәле шәхестәрҙең яҙмышы бәйән ителә. Яҡты хыялдар менән республика киләсәге өсөн янып йөрөгән яҙыусылар, артистар, журналистар һәм бик күп һөнәр эйәһе 1937 йылда нахаҡ бәләләр менән ҡулға алынып, “халыҡ дошманы”на әүерелә. Күптәре үлем язаһына тарттырыла, байтағы һөргөнгә оҙатыла. Уларҙың ғаиләләре лә ауыр яҙмышҡа дусар була.
Был ваҡиға Мораҡ халҡына ғына түгел, бар район кешеләренә бына тигән Яңы йыл бүләге булыр, тип ышанабыҙ.
ФОТО: Twitter.com
Читайте нас: